Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2023, 11:15

Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү нисек тормошҡа ашырыла?

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә уҙғарылған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында  социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү нисек тормошҡа ашырыла?Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү нисек тормошҡа ашырыла?
Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү нисек тормошҡа ашырыла?

2020 йылдан алып Башҡортостанда 16,3 мең самаһы кеше дәүләт менән соцконтракт төҙөгән. Уларҙың 2,7 меңе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға аҡса алған – был килешеүҙәрҙең дөйөм һанынан 16,7 проценты. 1,7 мең гражданға ( 11 процент)  – шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға, 5,7 мең кешегә (35 процент) һөнәри белем алыуға һәм 5,8 мең кешегә (программала ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 36 процент) ауыр тормош хәленә ҡалғанға  аҡса бирелгән.

– Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам граждандарҙы үҙ килем сығанаҡтары менән тәьмин итеүсе, шул иҫәптән үҙ эшен ойошторғанда ла, һөҙөмтәле инструмент булып тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Мәҫәлән, һуңғы 3 йылда программа сиктәрендә 10 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Был осорҙа социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам түләүгә бөтәһе 1,4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

  БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һүҙҙәренсә, 2022 йылда республика халҡында «шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу» йүнәлеше ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Был, атап әйткәндә, уҙған йылдың 1 июленән үҙ эшен асыуға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләмен 200 меңдән 350 мең һумға тиклем арттырыуға бәйле.

Үткәрелгән анализ күрһәтеүенсә, контракт тамамланғандан һуң граждандарҙың 87 проценты башланған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Йыш ҡына ауыл хужалығы, автомобиль хеҙмәтләндереүе, мәғариф, спорт, төрлө етештереү төрҙәре һәм бьюти-индустрия кеүек өлкәләрҙә бизнес асалар.

– Быйыл граждандарҙың берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүгә ғариза биреү мөмкинлеген тормошҡа ашырырға кәрәк,  – тине мәсьәләне тикшереү йомғаҡтары буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

   2023 йылда Башҡортостанда 5 мең самаһы социаль контракт төҙөү планлаштырыла. Был маҡсатҡа федераль (84%) һәм төбәк (16%) бюджеттарынан 731 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас