

Билдәле булыуынса, улар бер көн алдан газ еҫенә зарланған.
Газ еҫе бер ҡат аҫтағы фатирҙан сыҡҡан.
Улар авария хеҙмәтен саҡырғандар. Тик газ хеҙмәткәрҙәре фатирға инә алмай, стоякты ғына япҡандар ҙа, ҡайтып китергә мәжбүр булғандар. Икенсе көнөнә генә улар газ еҫе сыҡҡан фатирға инә алған. Әбей йәшәгән фатирҙа иҫке газ плитәһен ябырға тура килгән. Шунан һуң стояк буйлап яңынан газды ебәргәндәр, еҫе сыҡмаған. Ә бер-ике сәғәттән балаларҙың хәле насарайған...
Был факт буйынса тикшереү башланған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.