

Бөрөнөң файҙаһы бик ҙур. Уның сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһо, яңы ярған япраҡҡа ҡарағанда, бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ.
Бөрөлә хуш еҫле эфир майҙары бар, ә иң мөһиме – витаминдар, сапониндар, кислоталар, шәкәр, крахмал, сайырлы һәм дубиль матдәләр. Уларҙан төнәтмәләр генә түгел, хатта салаттар һәм эсемлектәр ҙә әҙерләргә мөмкин. Ҡайнатма ҡайнаталар, сәй урынына бешереп эсәләр һәм хатта маринадлайҙар.
Элек-электән бөрөләрҙе ангинаны дауалауҙа һәм профилактикалауҙа ҡулланғандар. Бының өсөн бер аҙ йомшартып сәйнәргә һәм йоторға кәрәк. Бөрөләрҙе ашағандан һуң ҡулланырға кәңәш итәләр. Көнөнә 10 – 15 бөрө ашау ҙа етә.
Фото:Т.Аманов.