Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2023, 14:40

"Йыл буры"

Стәрлетамаҡтан 20 йәшлек С. "Сити-молл" үҙәгенән 252 мең һумды ыштанына йәшереп сәлдергән. 

"Йыл буры""Йыл буры"
"Йыл буры"

Аҡсалата түгел, ике айфон сүрәтендә. Алдан хөкөм ителгән С. гаджеттарҙы ҡарап торған булған да, айфондарға айыу майын һөртөп, тайған. Тышта уны машинала ике иптәше көтөп торған. Ләкин алыҫ китеп өлгөрмәгәндәр, С.-ты тиҙ арала тотҡандар, сөнки ул телефон ҡараған саҡта, видеокүҙәтеү камераһы уға "ҡараған".

Фото: телеграм-канал.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас