Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2023, 16:00

УЯНЫУ

Иртәнге биш, күҙҙе йоҡо алмай, Күҙәтәм мин таңдар атыуын. Күкрәп килгән матур йәй көнөндә Алһыу гөлдәр сәскә атыуын. Һауаларҙа һүнгән йондоҙҙарҙың, Ниңә ҡалмай икән эҙҙәре? Үрһәләнә йөрәк,тынғы тапмай, Түгелә бит йөрәк серҙәрем. Иртәнге биш, тәмле йоҡоларҙан, Уянам да, батам уйҙарға. Күңелемдән сыҡҡан хистәремде, Әйтегеҙсе, ҡайҙа ҡуярға?! Аҡ ҡағыҙға теҙәм хәрефтәрҙе, Хаталанып юям ҡайһы саҡ, Ниңә инде ғүмер юлдарында, Оҙағыраҡ булмай бала саҡ?! Ҡәҙерҙәрен белмәй үткәрәбеҙ, Йәшлек менән бала саҡтарҙы. Үкендерә,үткәндәр бит ҡайтмай, Кире бороп булмай аттарҙы. Иртәнге биш,мине йоҡо алмай, Бар ине бит тәмле саҡтары. Олоғайғас йоҡо ла тиҙ туя, Ҡайҙа ҡалды ғәмһеҙ йәш сағым, Йоҡо туймай торған саҡтарым??! Зәлифә Байышева

УЯНЫУУЯНЫУ
УЯНЫУ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас