«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының Марокко Короллегендәге сауҙа вәкиле Алексей Андреев менән видеоконференция ойошторолған. Унда Башҡортостандың тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге телгә алынған. Күрһәткестәр яҡшы.
Марокколағы сауҙа вәкиле менән осрашыу уҙғарылып тора. Сөнки ул дәүләт алыш-биреш ойоштороу йәһәтенән перспективалы. Республикабыҙ компаниялары экспорт йүнәлешендә әүҙемләшә бара. Былтырғы күрһәткестәр буйынса Марокко менән тауар әйләнеше 3,3 тапҡырға күтәрелгән.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности РБ.