Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2023, 14:15

Ҡайнар һөйөү вәғәҙә иткән "һылыу ҡыҙ" - мыйыҡлы ир булып сыҡҡан

Межгорьенан бер ирҙең шул тиклем һөйөүгә сарсаған мәле булғандыр, интернеттан фәхишәне саҡырған бит.

Ҡайнар һөйөү вәғәҙә иткән "һылыу ҡыҙ" - мыйыҡлы ир булып сыҡҡанҠайнар һөйөү вәғәҙә иткән "һылыу ҡыҙ" - мыйыҡлы ир булып сыҡҡан
Ҡайнар һөйөү вәғәҙә иткән "һылыу ҡыҙ" - мыйыҡлы ир булып сыҡҡан

Ҡыҙға шылтыратҡас, уныһы биш мең һум аванс һораған, йәнәһе лә, страховка. Ир аҡсаны күсереү менән "һөйөү алиһәһе" юғалған. Иң нескә тойғоларын ергә һалып тапауҙы ир кисерә алмай, полицияға барған. Һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар "ҡыҙҙы" эҙләп тапҡан! Питерҙан 34 йәшлек ир интим хеҙмәттәр күрһәткән ҡыҙ булып иғлан биреп, тауыш үҙгәртеүсе программа ярҙамында кеше алдап, ир-егеттәрҙең аҡсаһын һығып ятҡан. Үәт! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас