Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 04:15

Ярҙам итергә теләһәгеҙ...

Өфөлә "Һәр кем ярҙам итә ала" хәйриә акцияһы үтә. Битараф булмағандар мохтаждар өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерә ала. 

Ярҙам итергә теләһәгеҙ...Ярҙам итергә теләһәгеҙ...
Ярҙам итергә теләһәгеҙ...

Акция 22 апрелдә сәғәт көндөҙгө 12-нән киске 7-гә тиклем «Ультра» сауҙа комплексында була.

Республиканың туғыҙ хәйриә ойошмаһы балалар өсөн әйберҙәр йыя.

Түбәндәге нәмәләрҙе килтерергә мөмкин:

- төймәләр, дымлы салфеткалар  («Ломая барьеры» үҙәгенә)

- памперстар, балалар ризығы («Наши дети» фондына)

- ҡатын-ҡыҙҙар косметикаһы һәм  үҫмер малайҙар өсөн гигиена әйберҙәре («С любовью» фондына)

- гипоаллерген аромамайҙар (һуҡырҙар китапханаһына)

- ирҙәр нәскиҙәре, урында ятҡан сирлеләр өсөн клеенкалар (БОМЖ үҙәгенә)

- пластмасс уйынсыҡтар, буяу альбомдары, фломастерҙар («Клуб добряков» фондына)

- эт-бесәйҙәргә ҡоро аҙыҡ һәм паразиттарҙа ҡаршы препараттар («Шанс» приютына)

- туҡымалар, теген фурнитураһы, ҡатын-ҡыҙҙар бижутерияһы («Дорогие мои старики» фондына)

- шампундәр (балалар өсөн дә), “Нестожен”, “Симилак” аҙыҡтары («Семья» үҙәгенә).

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас