Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 10:10

Яңы юл комплексы төҙөләсәк

Юл йөрөүселәргә республикала уңайлыҡтар булдырыла.

Яңы юл комплексы төҙөләсәкЯңы юл комплексы төҙөләсәк
Яңы юл комплексы төҙөләсәк

Башҡортостандың Туймазы районында М-5 «Урал» федераль автомобиль юлының 1337-се саҡырымында  күп функциялы юл яны комплексын төҙөүгә 75 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Инвестиция проектын «Крокус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашыра. Был хаҡта Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.

Яңы объектты төҙөү 30 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Юл буйы комплексы кафены, ҡунаҡхананы, автотуҡталҡаны, автойыуыу урынын, мәсетте үҙ эсенә аласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас