Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 07:40

Уларға бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай  апрель аҙағындағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 8-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә ниәтләй.

Уларға бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәкУларға бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк
Уларға бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

 Яңы документта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡ биреү күҙ уңында тотола. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Күрһәтелгән юридик хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр бюджет аҡсалары  иҫәбенә башҡарыласаҡ, ә уларҙы дәүләт юридик бюроһы күрһәтәсәк.

 Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары был бюрола юридик кәңәш кенә алмай, ғаризалар, ялыуҙар һәм үтенестәр яҙғанда ла ярҙам  аласаҡ. «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам тураһында»ғы федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа дәүләт юридик бюроһы юристары судтарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарҙа, төрлө ойошмаларҙа хәрби хеҙмәткәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлай ала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас