Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 08:30

Ауырғазылар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Бының турала район хакимиәте етәксеһе Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итте: - Бөгөн махсус хәрби операция мәлендә һәләк булған Раил Рәмил улы Ғиззәтуллин менән бәхилләштек.

Ауырғазылар батыр улы менән мәңгелеккә хушлаштыАуырғазылар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Ауырғазылар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

"... Раил Рәмил улы Ватандың ысын патриоты булды. Ул уны һаҡларға үҙ теләге менән "Вагнер" шәхси хәрби компания сафына яҙылған. Яугир ДНР-ҙың Артемовск ҡалаһын азат итеп батырҙарса һәләк булған.

Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Геройға мәңгелек дан!" - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас