Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 04:45

Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...

Бөгөн төнгө сәғәт дүрт тирәһендә Нефтекамала күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан.

Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...
Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Хәүефле факторҙар тәьҫир итеү зонаһынан 12 кеше, шул иҫәптән ике бала үҙ аллы эвакуацияланған. Янғынды 20 минут эсендә һүндергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 1952 йылғы ҡатындың һәләк булыуы асыҡланған.

Әле унда тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Уҙған тәүлектә 77 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 18-е шәхси секторҙа булған. Шул иҫәптән, Өфөлә бер нисә фатирҙа - йорт мөлкәте, Туймазы, Өфө, Благовар райондарында - мунсалар, Баймаҡ районында - йорт, Тәтешле районында - магазин, йорт, Нуриман районында - мунса менән веранда, Өфөлә, Яңауыл, Стәрлебаш райондарында - һарайҙар, Белоретта - хужалыҡ ҡаралтыһы, Илеш районында - ике  һарай, мунса, гараж, Шишмә районында - гараж, һарай, Дәүләкән районында еңел автомобиль янған.

Фото: МЧС РБ.

Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...
Ҡатындың ғүмерен ут ҡыйған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас