Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2023, 10:35

Асыҡ ишектәр көнө үтә

22 апрелдә Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмаларында, «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусыларҙа Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.  

Асыҡ ишектәр көнө үтәАсыҡ ишектәр көнө үтә
Асыҡ ишектәр көнө үтә

 

 –  Асыҡ ишектәр көнө –  колледждарға үҙҙәренең әҙерлек йүнәлештәрен һөйләү һәм күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек. Быйыл һөнәри яраҡлылыҡҡа һәм мастер-кластарға ҙур баҫым яһаласаҡ, унда балалар 100-ҙән ҙур ихтыяж менән файҙаланылған һәм заманса эшсе һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарай ала, – тип белдергән БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Көн дауамында мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен колледждарҙа оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ төп предприятиеларға экскурсиялар көтә. Бынан тыш, сара сиктәрендә уҡыусылар һөнәри эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренә ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм уларҙың мөнәсәбәтен билдәләү буйынса анкета һорауҙарына яуап бирәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас