

Йыйыштиырыу, таҙартыу сараһында министрлыҡтар, дәүләт власы органдары, предприятиелар, ойошмалар һа ҡатнашты. Халыҡ бик әүҙем булды.
БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова бөгөнгө оператив кәңәшмәлә күп урында өмә барышында йылы сәй эсереү, музыка ла ойошторолоуын билдәләне.
Барлығы алты мең самаһы ҡый йыйылған. Өмәләрҙә 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 13 мең берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә йәмәғәт биләмәләренең – 80, ихаталарҙың – 90, дөйөм биләмәләрҙең 80 проценты төҙөкләндерелгән, таҙартылған.
Белгестәр райондарға рейд яһаған. Һөҙөмтәләр шундай: Тәтешле, Илеш, Саҡмағош, Благовещен, Балтас райондарында, Салауат һәм Стәрлетамаҡта йыйыштырыу өмәләре тейешле кимәлдә үткән. Асҡын, Мишкә, Бөрө, Ҡариҙел райондарында, Октябрьскийҙа булған етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлгән.
Дүртөйлө, Кушнарен, Стәрлетамаҡ райондарында, Ишембай ҡалаһында ошоғаса иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалынмаған, тине министр сығышында.