Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2023, 12:00

Лилиә сәскәләрен туҡландырыу

Тупраҡ ярлылана икән, лилиәнең сәскәләре әҙ була.

Лилиә сәскәләрен туҡландырыуЛилиә сәскәләрен туҡландырыу
Лилиә сәскәләрен туҡландырыу

 

 Лилиә сәскәләре туҡландырыуҙы ярата.  Тупраҡ ярлылана икән, уның сәкәләре лә аҙ була. Дымлы тупраҡҡа иртә яҙҙан аммиак селитраһын һибәләр. Бер квадрат метрға  бер  ҡалаҡ етә. Һуңынан, майҙа баш төртә башлағас, тағы ашламалар менән байыталар. Бының өсөн 40-50 г нитроаммофосканы һәм аммиак селитраһын 10 л һыуҙа эретеп һибергә кәрәк. Сәскәгә тумаланғанда ла быны ҡабатлайҙар. Бүлбеләрс үрсегәндә тупраҡҡа көл индерәләр. Сәскәләре атып  ҡойолғас, лилиәләрҙең һабағын ҡырҡмайҙар.Ҡышын туңмаһын өсөн өҫтөн үлән, япраҡ ҡалдыҡтары менән ҡаплап ҡуялар. Сәскәнең төп бүлбеһе аҫтына йыл һайын яңылары үҫеп сыға. Лилиә яҡшы үҫһен өсөн сентябрҙә уларҙы айырып,яңы урынға ултырытырға кәрәк.Ҡиммәтле сорттарҙы һабаҡтан, япраҡтан да үрсетәләр. Улар ултыртҡандан  һуң өсөнсө йылға ғына сәскә ата.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас