Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2023, 07:40

Дауыл арҡаһында йорттар электрһыҙ ҡалған

Үткән аҙнала күп район-ҡала көслө ел сыҡты, дауыл байтаҡ зыян килтерҙе.

Дауыл арҡаһында йорттар электрһыҙ ҡалғанДауыл арҡаһында йорттар электрһыҙ ҡалған
Дауыл арҡаһында йорттар электрһыҙ ҡалған

БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, дауылдан электр сымдары ла зыян күргән. Авария эҙемтәләре тиҙ арала бөтөрөлгән. Әле бөтә йортта ла ут бар. 

Өфөлә бер аҙнала 104 йортта ут һүнгән. Белгестәр 20 тапҡыр планлы рәүештә һәм авария арҡаһында утты һүндереп торорға мәжбүр булған.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас