

Яңы йыйылған ҡайын һутын 1,5 литрлыҡ пластик шешәгә ҡойоп, эсенә 5-10 бөртөк йөҙөм төшөрөп, ҡапҡасын ҡаты итеп бороп ябабыҙ һәм йәйгә тиклем мөгәрәпкә төшөрәбеҙ. Кеүәҫ тиҙ арала әҙер булһын, тиһәгеҙ, ҡайын һутын 35 градусҡа тиклем йылытып, 1 литрға 15-20 грамм сүпрә һәм 3 йөҙөм бөртөгө һалырға кәрәк. Лимон ҡабығы өҫтәп ебәрергә лә мөмкин. Тәмле кеүәҫ 5-7 көн эсендә әҙер буласаҡ. Сәләмәтлекте, иммунитетты нығытыу өсөн 300 грамм ҡыҙыл көртмәленең һутын һығып, бер аҙ бал ҡушып, 2 литр ҡайын һыуы менән бутап эсергә тәҡдим ителә. Ҡыҙыл көртмәле урынына үҙегеҙгә оҡшаған бүтән төр еләк-емештәр һутын һалырға мөмкин.
Фото: youla.