+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2023, 16:00
Әллә нисек килде быйылғы яҙ...
Әллә нисек килде быйылғы яҙ, Һис оҡшамай үткән яҙҙарға; Гөрләүекһеҙ генә ҡар ирене, Аптыраным әле ҡарҙарға. Сылтырашҡан йырғанаҡтар ҡайҙа, Гөрөндәре ҡайҙа был яҙҙың?! Мөғжизәһеме был тәбиғәттең, Бер - бер ғилләһеме Хоҙайҙың? Киткән ҡоштар күптән ҡайтҡандарҙыр, Ишетелмәй һайрау тауышы, Уларҙың да күңелендә, бәлки, Һуғыш афәттәре һағышы. Иреп барa, кибеп бара ерҙәр, Йәшел үлән әле баш төртмәй. Яҙ, тигәнем, көҙгө көндәр төҫлө - Бер ни йөрәктәрҙе елкетмәй. ... Яҙ үтер ҙә, китер, йәй ҙә етер, Һәр бер миҙгел - бары тик ҡунаҡ. Һуғыш ҡына бөтһөн.Көҙ, ҡышы ла Булыр әле йәмле яҙ һымаҡ! Флүрә Маликова
Әллә нисек килде быйылғы яҙ...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"