Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 13:00

"Зеркальный" кредит була торғаны бармы?!

Шишмә районында йәшәгән 45 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткән. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, йәнәһе лә, йәһәт кенә үҙеңә кредит (имеш тә, "зеркальный") алырға кәрәк. Ҡатын аферисҡа ышанып, 300 мең һум аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсергән.  

"Зеркальный" кредит була торғаны бармы?!"Зеркальный" кредит була торғаны бармы?!
"Зеркальный" кредит була торғаны бармы?!

Мишкә районынан да ҡатын шул уҡ схема буйынса алданып, 300 мең һум аҡсаһынан яҙған. 

Тәүлек эсендә генә 35 (!) кеше муттарға 1 миллион 800 мең һум аҡса ебәргән. Шул аҡсаны МХО зонаһында йөрөгән егеттәргә ебәрһәләр, исмаһам, сауабы булыр ине...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас