Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 12:15

Йәнең йәннәттә булһын, Илназ...

Бөгөн, 15 апрелдә, Өфөлә махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән лейтенант Илназ Фазылов менән бәхилләштеләр.

Йәнең йәннәттә булһын, Илназ...Йәнең йәннәттә булһын, Илназ...
Йәнең йәннәттә булһын, Илназ...

Матәм церемонияһы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге биреүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты биләмәһендә үтте. Өфө ҡалаһында тыуған Илназ ошо белем учреждениеһын 2014 йылда тамамлаған. Һуңынан Сызрань ҡалаһындағы "Хәрби-һауа академияһы"нда уҡый. Артабан ул Читала вертолет звеноһының осоусы-операторы булып хеҙмәт итә. Өлкән лейтенант Илназ Фидаис улы 70-тән ашыу хәрби осош яһап, 30-ҙан ашыу дошман бронетехникаһын юҡ иткән. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән өлкән лейтенант Илназ Фазылов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған.

Юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашырға яугирҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары килде. 

Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙы Бүздәк районында ерләнеләр.

Фото: https://vk.com/wall-42935307_64903

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас