Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 17:05

Шок!

Элвин Грейҙы сит ил машинаһы төкөткән.

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы популяр башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡурҡыныс видео баҫтырып сығарған.

 

Видеорәссам Наил Юлгилдин Элвинды күреп ҡалып фото төшөргә саҡыра. Йырсы Наил яғына йүнәлә. Ярты юлда уны ҡара сит ил машинаһы бәрҙерә. Әлбиттә, бәрелеш монтажланған, ә ролик үҙе социаль характерҙа.

 

- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Тыйылған урында юлды аша сыҡмағыҙ, - тип видео аҫтына яҙған Юлъяҡшин.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Элвин Грей ысынлап та юл-транспорт фажиғәһенә эләгә һәм хатта ҡулын йәрәхәтләй. Күңелһеҙ хәл клип төшөргәндә була.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас