Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 12:00

Рейд һөҙөмтәләре

Тәүлек эсендә 1700-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 36 иҫерек водитель тотолған. 

Рейд һөҙөмтәләреРейд һөҙөмтәләре
Рейд һөҙөмтәләре

19 кеше транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған, 33 кешенең бөтөнләй таныҡлығы юҡ.

28 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан.

239 водитель - хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгәндә, 18 водитель телефондан һөйләшкәндә тотолған.

40 ата-әсә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған.

26 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән.

14 транспорттың дәүләт теркәүе булмаған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас