Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 13:15

Әхнәф Харисовты иҫкә алып

Балтастар матур башланғысҡа нигеҙ һалды- тәүге тапҡыр ғалим Әхнәф Харисов иҫтәлегенә район уҡыусылары ҡатнашлығында "Харисов уҡыуҙары -2023" фәнни- ғәмәли конференцияһы үтте.

Әхнәф Харисовты иҫкә алыпӘхнәф Харисовты иҫкә алып
Әхнәф Харисовты иҫкә алып

Башҡорт әҙәбиәте ғилеменең һәм фольклорының ҙур ҡаҙаныштары тел һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре  докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре , Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхнәф Харисовтың исеме менән бәйле. Киң профилле филологтың башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, боронғо ҡулъяҙма ҡомартҡылары , башҡорт әҙәбиәте – милләтебеҙҙең рухи мәҙәниәте буйынса эҙмә-эҙлекле  эҙләнеүҙәре бай  мираҫыбыҙҙы төрки донъяһында ла танытҡан ,  асышҡа тиң фундаменталь хеҙмәт тип баһалана. Ябай ауыл малайы, Танып ырыуы башҡортоноң   ғилем донъяһына юлы Балтас районының Имән ауылынан башлана. Тәүгеләрҙән булып фольклор һәм башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә үҙенең фән мәктәбен булдырған арҙаҡлы яҡташтарының исемен балтастар онотмай.   Ғалимдың ижадын танытыу, мәктәп уҡыусыларының фәнни-тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеген ҡеүәтләү маҡсатында  Балтас районының мәғариф бүлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Балтас районы Иҫке Балтас ауылында  “Харисов уҡыуҙары – 2023” фәнни- ғәмәли конференцияһын  ойошторҙо.

Мәртәбәле сараға тарих фәндәре кандидаты, Өфө һәм фән технологиялары университетының  Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаев, “Табын” ырыуының йәмәғәт советы идараһы рәйесе Зөфәр Сәлихов, ғалимдың ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфирә Әхнәф ҡыҙы Мамаева (Харисова) саҡырылғайны.

Мәктәп уҡыусылары ғилми-ғәмәли конференцияға ентекле әҙерләнгән: ғалимдың ғилми мираҫын өйрәнгән, әҙәби әҫәрҙәрен уҡып анализлаған, башҡаларға еткерә алырлыҡ бай мәғлүмәттәр туплаған. Шуға ла  жюри алдында  ышаныслы сығыш итеп сығыш яһанылар. Һәр эш иғтибарға һәм хуплауға  лайыҡ: берәүҙәр Әхнәф Харисовтың шәжәрәһен өйрәнһә, икенселәр хикәйәләренең тел-стиль үҙенсәлектәрен, уларҙа осраған ауыҙ-тел ижадын, фольклор элементтарын өйрәнгән. Ғалимдың биографияһын  шиғри юлдарға теҙеп, ҡобайыр итеп әйтеүселәр ҙә булды. Рухлы, ғорурланырлыҡ алмаш үҫә Балтаста  – лайыҡлы сығыштарын һоҡланып ҡараныҡ.

Жюри ла уларҙың эшенә юғары баһа бирҙе. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм Балтас  районы хакимиәтенең , Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, мәғариф бүлегенең  дипломдары менән бүләкләнде. Уларҙың әҙерләгән уҡытыусыларының да эше төрлө дипломдар менән баһаланды. “Иң-иң”дәрҙән  1-се урын 1-се Иҫке Балтас мәктәбенән Эльвина Хәйрисламова менән Булат Хәсәновҡа, 2-се урын Иҫке Балтас урта мәктәбенең 6-сы  синыф уҡыусыһы Элина Бакироваға, 3-сө урын  Тусыбай мәктәбенән Илназ Шәйхинуровҡа бирелде.

 Балтастар башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилемендә үҙ эҙен яҙған талантлы яҡташтары Әхнәф Харисовтың исеменә тап төшөрмәҫ,  ғилми-әҙләнеү эштәрен башлаған, яҙа, фекерләй белгән эҙләнеүсән был балалар араһында  бәлки киләсәктә тел белгестәре, фольклорсылар, ғалимдар  үҫеп сығыр әле.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас