Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2023, 06:45

Һайлауҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәктәр

Белеүегеҙсә, быйыл көҙ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайына етенсе саҡырылыш депутаттарын һайлаясаҡбыҙ. Берҙәм тауыш биреү көнөнә республиканың Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәр корпусын әҙерләй. Ошо көндәрҙә төрлө йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән килешеүҙәр төҙөлдө.

Һайлауҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәктәрҺайлауҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәктәр
Һайлауҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәктәр

БР Йәмәғәт палатаһы әлегә барлығы 15 коммерцияға ҡарамаған ойошма етәкселеге менән килешеү төҙөнө. Төп маҡсат - тауыш биреүҙе контролләү буйынса гражданлыҡ йәмғиәтенең һәр ҡыҙыҡһыныусы вәкиленә ҡатнашыуға шарттар булдырыу.

Документтарға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Рустар соборы, "Гражданлыҡ контроле" ассоциацияһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, БР Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы, БР Журналистар берлеге, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, БР Профсоюздар федерацияһы һәм башҡа ойошмаларҙың вәкилдәре ҡул ҡуйҙы. 

Әйткәндәй, тауыш биреүҙәрҙә йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға теләүселәр БР Йәмәғәт палатаһының штабына мөрәжәғәт итә ала (телефон: 8 (347) 280-82-36).

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас