Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2023, 04:05

Сүп-сарҙы айырым йыябыҙ

"Экология" милли проекты буйынса, 2024 йылға Рәсәйҙә бөтә ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарҙың 60 проценты эшкәртелергә тейеш. 2030 йылға иһә - 100 проценты.

Сүп-сарҙы айырым йыябыҙСүп-сарҙы айырым йыябыҙ
Сүп-сарҙы айырым йыябыҙ

Күмелгән ҡалдыҡтар күләме 30 процентҡа тиклем кәмергә тейеш.

Әле, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренсә, беҙҙә ҡаты ҡалдыҡтарҙың 28 проценты ғына эшкәртеүгә ебәрелә. Йыл һайын бер млн тоннанан ашыу ҡый йыйыла. Республикала 34 ТКО полигоны бар.

Бөгөн ҡалдыҡтарҙы дүрт өлөшкә бүлеп йыйыу тәҡдим ителә: а) Ризыҡ ҡалдыҡтары, тетрапак, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, гигиена әйберҙәре, биналарҙы йыуғандан һуң ҡалған сүп һ.б.

б) Быяла. в) Ҡағыҙ һәм картон. г) Таҙартылған пластик төрҙәре.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас