

Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең өргән тынында 0,809 миллиграмм алкоголь барлығы асыҡланған. Шулай уҡ автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән.
2023 йылдың беренсе кварталында республикала иҫерек водителдәр ғәйебе менән дүрт кеше һәләк булған, 36 кеше йәрәхәтләнгән.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 13 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. 28 иҫерек водитель тотолған, шуларҙың 6-һы иҫерек килеш икенсегә тотола.
Һәр кем үҙенең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, водителдәрҙең иҫерек килеш транспорт менән идара итеү факттары тураһында яҡындағы полиция бүлегенә йәки 112 номеры буйынса хәбәр итә ала. Зинһар, битараф ҡалмағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.