Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2023, 08:58

Хәйриә кисәһе үткән

Кисә Рәсәйҙә Меценат көнө билдәләнде. Шул уңайҙан баш ҡалабыҙ Өфөлә инвалид балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә сараһы ойошторолдо.

Хәйриә кисәһе үткәнХәйриә кисәһе үткән
Хәйриә кисәһе үткән

БР Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Алина Хәбирова «Ломая барьеры» коммерция булмаған үҙәге менән берлектә һәм партнерҙар ярҙамында кисә уҙғарҙы. Унда аукцион да ойошторолоп, килеүселәр Башҡортостандың билдәле рәссамдары Рәсих Әхмәтвәлиев, Ольга Мартьянова, Сәғита Ғималетдинов, Ольга Самосюктың картиналарын, керамик әйберҙәрҙе һатып алды.

Кисәгә БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла килде. «Ломая барьеры» үҙәге йыл һайын 500-ҙән ашыу балаға ярҙам итә. Был юлы инвалид балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға хәйриә ярҙамы йыйылды.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас