Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2023, 12:00

“Билең һимеҙ...”

Шулай тигән берәү ҡатынына. Уныһы ла яуапһыҙ ҡалмаған: “Һинең арҡала стресс кисерәм дә...” Ә бит бик белеп әйткән.

“Билең һимеҙ...”“Билең һимеҙ...”
“Билең һимеҙ...”

Дарья Нечаева тигән диетолог һәм эндокринолог тикшеренеүҙәр үткәргән дә шундай һығымтаға килгән: һимереүҙең ике төрө бар. Береһе – әҙ хәрәкәтләнеүҙән, артыҡ калориялар “ашауҙан”. Ә икенсеһе – нәҫелдән, йәшкә бәйле үҙгәрештәрҙән һәм стрестан. Эйе, бына һуңғыһы ла яман нәмә.

Был тиҙ ағышлы донъяла нисек стресҡа бирешмәй генә йәшәргә икән?

Белгестәр бер нисә кәңәш бирә:

Бөтә нәмәне йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ.

Уйҙарығыҙ яҡшы булһын.

Кире тойғоларҙан арынығыҙ.

Башығыҙға насар уй килһә, тиҙ генә матур хәтирәләрегеҙҙе иҫләгеҙ.

Күберәк көлөгөҙ.

Физкультура, физкультура һәм физкультура!

Шөкөр итә белегеҙ.

Бер нәмә лә уйламайынса биш минут булһа ла тын ултырығыҙ.

Сәйәхәт итегеҙ.

Эфир майҙары һалынған ваннала ятып тороғоҙ.

Саф һауа, саф һауа һәм саф һауа!

“Барыһы ла яҡшы буласаҡ!” тип ҡабатлап ҡына йөрөгөҙ.

Берәй яратҡан шөғөлөгөҙ булһын.

Хыялланығыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас