

Бөгөн киске сәғәт етенән алып иртәнге сәғәт туғыҙға тиклем түбәндәге юл участкаларында хәрәкәт сикләнә:
- Магнитогорск-Ира 84-241 км;
- Сибай-Аҡъяр 0-102 км;
- Юлдыбай-Аҡъяр-Сара 0-81 км.
Киске сәғәт һигеҙҙән алып шулай уҡ Ейәнсура районында юлдар ябылды:
- Магнитогорск-Ира 241-287 км;
- Үрге Һарыбил-Ҡыуандыҡ 0-55 км.
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә ошо йүнәлештә юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. Сикләүҙәр ваҡытының үҙгәртелеүе ихтимал.
Фото: БР ЮХХДИ.