Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2023, 07:00

Айыу ләззәтләнә генә!

Тайыштабандың яҙғы бейеүе "Башҡортостан" милли паркының фототоҙағына эләккән. 

Айыу ләззәтләнә генә!Айыу ләззәтләнә генә!
Айыу ләззәтләнә генә!

Кадрҙа өлкән айыуҙың ҡышҡы йоҡонан һуң уянып, ағасҡа арҡаһын ышҡығанын күрергә мөмкин.

"Яҡшылап тырнаныр өсөн, тайыштабан артҡы тәпәйҙәренә баҫа ла, олонға бөтә тәне менән ышҡыла. Шулай итеп, айыу ағас ҡабығында үҙенең еҫен ҡалдыра. Был урын буш түгел, уның хужаһы бар, тип башҡа йәнлектәрҙе иҫкәртеүе. Бынан тыш, ыҫмала менән тиреһен эшкәртеп, бөрсә, талпандарҙан һаҡлана. Һуңынан ағас ҡабығындағы тырнаҡ эҙҙәре буйынса айыуҙың йәшен, ҙурлығын билдәләргә мөмкин", - ти белгестәр.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, милли паркта һәр ваҡыт 60-70 айыу йәшәй. Ҡышлауға эргә-тирәләге биләмәләрҙән дә киләләр. Йоҡонан уянғас, ҡағиҙә булараҡ, улар үҙ ерҙре буйлап тарала.

Фото: "Башҡортостан" милли паркы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас