Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля 2023, 12:00

Йыһан тармағын үҫтереү өсөн

Космонавтика көнө уңайынан БР Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә үҙенең яҙмаһы менән уртаҡлашҡан.  

Йыһан тармағын  үҫтереү өсөнЙыһан тармағын  үҫтереү өсөн
Йыһан тармағын үҫтереү өсөн

«Йыһан тармағын үҫтереү өсөн робот техникаһын һәм пилотһыҙ авиацияны үҫтерергә кәрәк.  

  Йыһанды үҙләштереү идеяһы совет йәмғиәтен берләштерҙе һәм булған иҡтисади ресурстарҙы йәлеп итте. 1961 йылдың апрелендә легендар Гагариндың «Киттек!» тигән һүҙе  Ватандың ғилми ҡаҙаныштарҙа еңеүен һәм Советтар Союзының ҙур уңышын билдәләп кенә ҡалманы, ә бөтә кешелекте яңы үрҙәргә саҡырҙы, технологик үҫешкә ҡеүәтле этәргес бирҙе.

 Башҡортостан яғыулығы һәм балы бөгөнгө көнгә тиклем Халыҡ-ара йыһан станцияларына оҙатыла. Бөгөн беҙ алдыбыҙға, робот техникаһын һәм пилотһыҙ авиацияны үҫтереп,республиканың тармаҡҡа технологик өлөшөн үҫтереү бурысын ҡуябыҙ», – тип яҙған ул.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас