

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып бөтәһе 1,76 гектар майҙанда дүрт тәбиғәт янғыны сыҡҡан.
Башҡортостан Республикаһының урман фондында 2, 3, 4 класлы янғын хәүефе фаразлана. 4 класлы янғын хәүефе - Архангел һәм Стәрлетамаҡ райондарында.
Янғындарҙың күбеһенә кеше сәбәпсе - ут хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында сыға. Ҡоро үлән тәмәке төпсөгөнән, һүндерелмәгән шырпынан да тиҙ тоҡанып китә. Зинһар, тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ут менән шаярмағыҙ!
Фото: МЧС РБ.