Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля 2023, 05:00

Тыныс ҡына китеп бара ине...

Кисә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә 40 йәшлек ир "Форд Эксплорер" машинаһында Өфөнөң Революция урамы буйлап тыныс ҡына китеп барған саҡта, кинәт уң яҡтан уға "Тойота Авенсис" килеп бәрелмәһенме!  

Тыныс ҡына китеп бара ине...Тыныс ҡына китеп бара ине...
Тыныс ҡына китеп бара ине...

Светофорҙың тыйылған сигналына үтеп, башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған 21 йәшлек егет үҙе лә, уның янында ултырған 23 йәшлек ҡыҙ ҙа, "Форд"тан өс йәшлек малай ҙа йәрәхәтләнгән.

Егеткә процессуаль документтарҙы рәсмиләштереү ваҡытында унда иҫереү билдәләре булған, тик ул медицина тикшереүенән баш тартҡан. Уға ҡарата административ материал төҙөлгән, транспорт сараһы махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас