Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2023, 06:24

Курьер терһәген тешләр ине лә бит...

Бәләбәй районы Приют ауылында йәшәгән 83 йәшлек әбейҙе, ҡыҙың аварияға тарыны, тип алдап, уның 200 мең һум аҡсаһын урлағандар. Видеокамераларға эләккән курьерға ориентировканы таратҡандар. Өлкән участковый Алексей Романов урамда шул курьер егетте күреп ҡалып, уны бүлеккә килтергән. 

Курьер терһәген тешләр ине лә бит...Курьер терһәген тешләр ине лә бит...
Курьер терһәген тешләр ине лә бит...

Бәләбәйҙән 23 йәшлек егет үҙ ғәйебен таныған. Тотолғанға тиклем ул ололарҙан 400 мең һумға яҡын аҡса алып, билдәһеҙ әҙәмдәргә банкомат аша ебәрергә өлгөргән. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған, ә полиция майоры Алексей Романовты уяулығы өсөн бүләкләйәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: мутлашыу юлы менән граждандарға килтергән зыянды бынан ары судтар курьерҙар өҫтөнә һала. Шуға ла ҡырын эш ҡылыр алдынан, ҡырҡ тапҡыр уйлауың кәрәк.

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас