

Ул башҡорт археологияһының флагманы, тарихи мираҫ һаҡсыһы, башҡорт халҡының килеп сығыу тарихын өйрәнеүсе олуғ шәхес. Нияз Абдулхаҡ улы төрлө йылдарҙа эре археологик экспедициялар, академик, йәмғиәт-сәйәси ойошмалар менән уңышлы етәкселек итә. Н. Мәжитовтың етәкселегендә республика археологик ҡомартҡыларының тәүге исемлеге – «Башҡортостандың археологик картаһы» нәшер ителә, шулай уҡ ғалим Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) археология кафедраһы булдырыуға ҙур тырышлыҡ һала, Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, Өфө II ҡаласығын өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы ла.
Күргәҙмә «Башҡортостан Республикаһының археологик йәмғиәте» Төбәк-ара йәмғиәт ойошмаһының Йомғаҡлау сессияһы сиктәрендә асыла. Сессияла 2022 йылда уҙғарылған археологик экспедициялар һөҙөмтәләре тикшереләсәк.
Фото: Т. Аманов