Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2023, 04:41

Ут бер кемде лә аямай...

Кисә кисен Ҡалтасы ауылында ике бүлмәле фатирҙа ут сыҡҡан. Янғын 10 минут эсендә һүндерелгән. Ҡотҡарыусылар хәүефле зонанан 1966 йылғы ирҙе алып сыҡҡан да бит, ләкин ул һуңынан Ҡалтасы үҙәк дауаханаһында вафат булған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй. Уҙған тәүлектә 89 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 20-һе шәхси секторҙа булған. 

Ут бер кемде лә аямай...Ут бер кемде лә аямай...
Ут бер кемде лә аямай...

Шул иҫәптән, Күмертауҙа - йорт мөлкәте, Иглин районында, Өфөлә - мунсалар, Баймаҡ, Кушнаренко, Ауырғазы райондарында - йорттар, Благовар районында - йорт түбәһе, стена, Ауырғазы районында - йорт, мунса, һарайҙар, автомобилдәр, Благовещен районында - мунса, утынлыҡ, һарай, Бәләбәй районында - хужалыҡ ҡаралтыһы, Ғафури, Благовар, Ейәнсура райондарында - һарайҙар, Өфөлә - балкон, ташландыҡ бина, Учалы районында - бәҙрәф, ҡойма, Миәкә районында - ике һарай, Стәрлетамаҡ районында баҡса йорто янған.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас