Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2023, 04:37

Уңайлы туҡталыштан китке лә килмәй...

Баш ҡалабыҙ Өфөлә "аҡыллы туҡталыш"тар һаны артҡандан-арта. Ошо көндәрҙә ҡышын - йылы, йәйен һалҡынса булған тағы бер павильон урынлаштырылды.

Уңайлы туҡталыштан китке лә килмәй...Уңайлы туҡталыштан китке лә килмәй...
Уңайлы туҡталыштан китке лә килмәй...

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек ҡыҙа. Ҡаланың эстетик йөҙөн яңыртыу йәһәтенән туҡталыштар ҙа матурлана.

Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» концерт залы алдындағы туҡталыш яңыртылды. Павильонда пандус та бар. Һалҡын миҙгелдә бында йылы була, хатта эскәмйә лә йылытыла. Ә йәйге эҫелә кондиционер эшләйәсәк.

Видеокүҙәтеү камераһы, 112 экстрен саҡырыу төймәһе, USB-зарядка өсөн махсус прибор ҡуйылған.

Әле Ленин урамында «Өфө-Арена», «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы, Милли йәштәр театры һәм «Уралсиб» янындағы туҡталыштар яңыртыла.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас