Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2023, 06:30

Һөйөнсө! Йортҡа 11-се бәпес ҡайтты!

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булыусы Гөлназ Һәм Айнур Ҡорманаевтар ғаиләһендә – ҙур шатлыҡ.

Һөйөнсө! Йортҡа 11-се бәпес ҡайтты!Һөйөнсө! Йортҡа 11-се бәпес ҡайтты!
Һөйөнсө! Йортҡа 11-се бәпес ҡайтты!

Дәүләкән районында йәшәүсе ишле ғаиләлә 11-се бәпес – Ынйы – Рамаҙан айының тәүге көнөндә тыуған. Ә ошо көндәрҙә бәхетле әсә менән сабый өйҙәренә ҡайтҡан. Был турала "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.

Быға тиклем биш малай һәм биш ҡыҙ үҫһә, хәҙер тағы бер ҡыҙ өҫтәлде. Афарин! Иҫән-һау булһын балалар, атай менән әсәй!

Ғаилә Дәүләкән Үҙәк дауаханаһына, Республика перинаталь үҙәгенә рәхмәт белдерә.

Фото: Гульназ Курманаева (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас