Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2023, 04:55

Өлгөлө атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Өлгөлө атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!Өлгөлө атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!
Өлгөлө атайҙарҙы тәҡдим итегеҙ!

 Ғаризаларҙы «Йәмәғәт тормошо үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә республиканың Йәмәғәт палатаһы ҡабул итә.

Документтар 10 апрелдән 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы Башҡортостанда биш йылдан ашыу даими йәшәгән һәм Рәсәй граждандары булған, үҙҙәренең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған (йәки опекаға һәм попечителлеккә) балалар тәрбиәләгән ир-егеттәр тапшыра ала. Унда тыуған ҡалаһының йәки районының, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмғиәттә әхлаҡлылыҡ тураһында хәстәрлек күргән, традицион ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүсе, сәләмәт тормош алып барған, ҙур шәхси ҡаҙаныштары булған һәм балалары тормоштоң төрлө өлкәләрендә, мәҫәлән, спортта, уҡыуҙа, фәндә, сәнғәттә, производствола ҙур уңыштарға өлгәшкән атайҙар өҫтөнлөк аласаҡ.

4 октябрҙә – Атайҙар көнөндә конкурсҡа  йомғаҡ яһаласаҡ.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас