Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2023, 04:59

"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән ялдарҙа Өфөнөң төрлө районындағы төҙөкләндереү барышы, төҙөлөштәр менән танышты. 

"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект
"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект

Республика етәксеһе фекеренсә, «Башҡорт ихаталары» проекты - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң яҡшы проект.

"Беҙ йылдар буйына бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаған ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Бына Черниковка. Бер нисә йорт ихатаһы, М. Горький урамы, 76-сы йорт, Ҡулса, 59-сы, Ульяновтар урамы, 48-се йорт. Бында эш башланды. Тиҙҙән бик матур буласаҡ", - тип яҙған БР Башлығы социаль селтәрҙә.

Әйткәндәй, «Башҡорт ихаталары» программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Быйыл республикала 206 ихата төҙөкләндереләсәк, шуның 57-е - Өфөлә.

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект
"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект
"Башҡорт ихаталары" - иң яҡшы проект
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас