Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2023, 08:50

Ағас ултыртыуҙа һин дә ҡатнаш!

22 апрелдән 22 майға тиклем Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» экологик проекты барышында  «Хәтер баҡсаһы» акцияһы уҙғарыла.

Ағас ултыртыуҙа һин дә ҡатнаш!Ағас ултыртыуҙа һин дә ҡатнаш!
Ағас ултыртыуҙа һин дә ҡатнаш!

Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторола һәм халыҡ-ара статусын алды. Быйыл был сара беҙҙең илебеҙҙең именлеген яҡлаған геройҙарыбыҙға бағышлана.

Был хаҡта БР Хөкүмәтенең  ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте.

Башҡортостанда акцияны үткәреү өсөн урман фондында 72 участка әҙерләнгән, уларҙа 700 мең самаһы яңы ағас ултыртыласаҡ. Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса, быйыл төп майҙансыҡ - Шишмә районындағы Урта быуат тарихы ҡомартҡыһы - Турахан кәшәнәһе янындағы участка. Бында 1100 ҡайын ултыртыу күҙаллана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас