Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2023, 16:00

***

    "Яңылыҡтар бармы?" - тинем, Һин: "Юҡ", - тинең. Шулмы эш? Тормошта гел яңылыҡтар Булып торорға тейеш. Бөгөн — үҙе бит яңылыҡ, Кисә бөгөн иҫкерҙе. Күккә ҡара: яңы офоҡ, Яңы болот... Тағы ниндәй Яңылыҡтарҙы күрҙең? Ҡояш та, ана, яңырған: Бая эҫерәк ине, Баҡсалағы гөлөң үҫкән, Кисә кесерәк ине. Ауылың хәҙер икенсе: Күршелә бала тыуған, Ҙур яңы мәктәп һалғандар, Тегеһе туҙған булған. Ә үҙең яңырманыңмы, Яҡшырманымы холҡоң? Яңырмаһаң — оят булыр, Аңламаҫ һине халҡың. "Яңылыҡтар бармы?" - тинем. Һин: "Юҡ", - тинең. Ярамай! Яңырабыҙ, үҙгәрәбеҙ, Бер нәмәгә ҡарамай. Фәрүәз Сәйфуллин.

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас