Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2023, 11:00

Сәләмәт булығыҙ!

Түбәндә 10 кәңәш. Уларға ҡолаҡ һалһағыҙ һәм үтәһәгеҙ, күрерһегеҙ – бәй, ҡояш яҡтыраҡ балҡый икән дә!

Сәләмәт булығыҙ!Сәләмәт булығыҙ!
Сәләмәт булығыҙ!

1. Иртән бер стакан һыу эсегеҙ (һыуытҡыстан алып эсмәгеҙ, әлбиттә. Стаканға лимон киҫәге һалһағыҙ ҙа ярай).

2. Йоҡоғоҙ туйһын! Яҡшы һәм сәләмәт йоҡо өсөн төнгө сәғәт 11-ҙән дә ҡалмай ятығыҙ.

3. Иртәнге зарядка һеҙҙе ҡеүәтләндереп ебәрер. Биш минут та етә.

4. Дөрөҫ туҡланығыҙ (был турала мәғлүмәт бик күп).  

5. Иртәнге ашты ашағыҙ. Был бик мөһим.

6. Саф һауала йөрөгөҙ.

7. Кеше менән аралашыу ҙа һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай. Тик зарланыусан, ғәйбәтселәрҙән ары тороғоҙ.

8. Яратҡан ризыҡтарығыҙҙың составы менән танышығыҙ. Бәлки, уларҙа файҙаһыҙ (зыянлы) ҡушылмалар күптер.

9. Кәйефте күтәреүсе эштәр менән шөғөлләнегеҙ. Туризм. Хобби. Фекерҙәштәр. Туғандар.

10. Тормошто яратығыҙ! Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас