

Һарытауҙа булған хәл. Ҡаланың клиник инфекция дауаханаһында бәләкәй ҡыҙ үлгән. Табиптар ҙа ярҙам итә алмаған.
Биш йәшлек Полинаның әсәһе Татьяна һөйләүенсә, бала март аҙағында ауырый башлаған. Табип саҡыртҡас, ул препараттар яҙған, тик торараҡ ҡыҙҙың температураһы 40 градусҡаса күтәрелгән. Балаға тиҙ ярҙам саҡыртҡандар, бригада килгән, әммә дауаханаға алып китмәгән.
Анализдар биргәс, В төр грипп булыуын асыҡлағандар. Бер төндә ҡыҙыҡайҙың хәле ныҡ насарайған. Тағы тиҙ ярҙам саҡыртылған. Был юлы баланы һалғандар. Тик һуң булған инде...
Әсә кеше балаһының үлемендә табиптарҙың яуапһыҙлығы ла сәбәпсе, ти. Ул ауыр хәлдәге ҡыҙынан кислород битлеген дә алып тороуҙарына аптырай. Үлем ваҡытын да, сәбәбен дә теүәл яҙмағандар...
Әле фажиғәне прокуратура тикшерә.
Фото: nversia.ru