Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2023, 06:00

Кәмәһе түңкәрелгән, үҙе юҡ...

Дим йылғаһында балыҡсыны эҙләйҙәр. Был турала МЧС-ҡа хәбәр килгән.

Кәмәһе түңкәрелгән, үҙе юҡ...Кәмәһе түңкәрелгән, үҙе юҡ...
Кәмәһе түңкәрелгән, үҙе юҡ...

Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылы янында Дим йылғаһында түңкәрелгән резина кәмә тапҡандар. МЧС-тан хәбәр итеүҙәренсә, 56 йәшлек ир балыҡҡа киткән дә ҡайтмаған, был турала уның улы һөйләгән. Ҡотҡарыусылар эҙләй. Имен генә табылһын!

Һыуҙа фажиғәләр ҙә булып тора. Краснокама районында Березовка йылғаһынан 70 йәшлек ирҙең мәйетен сығарғандар.

Зинһар, һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: МЧС по РБ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас