

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары вейп (йәнәһе, электр тәмәкеһе, барыбер шул ағыу инде) өсөн шыйыҡлыҡты һатыуға бәйле закон проекты әҙерләгән. Дөрөҫөрәге, һатыуҙы тыйыуға бәйле. Документҡа ярашлы, шыйыҡлыҡҡа хуш еҫ биргес (ароматизатор), буяу, никотин бәйлелеген көсәйтеүсе матдәләр ҡушырға ярамай. Тыйылған матдәләр исемлеген РФ Хөкүмәте белгестәре төҙөй.
Былар барыһы ла балаларҙы зыянлы нәмәләрҙән һаҡлау өсөн эшләнә.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы депутаттары вейп тартыуҙы балалар араһында бөтөнләйгә тыйыу тураһында закон әҙерләргә ниәтләй.