Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2023, 13:15

Ата-әсәләр форумы үтте

Баш ҡалабыҙ Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында “Бөгөнгө заманда ата-әсәлек” Халыҡ-ара форумы ике көн барҙы.

Ата-әсәләр форумы үттеАта-әсәләр форумы үтте
Ата-әсәләр форумы үтте

Ҙур сарала балалар тәрбиәләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә бәйле көнүҙәк темалар буйынса фекер алыштылар.

8 апрелдә ойошторолған “Ата-әсәләр мәғрифәте көнө”ндә бик ҡыҙыҡлы темалар күтәрелде. Мәҫәлән, «Тренды воспитания современного ребенка. Какие ценности воспитывать, какие навыки прививать», «ВосПИТАНИЕ ребенка: как любовь формирует мозг», «Если ребенок ничего не хочет», «7 способов развить в ребенке любовь к чтению», «Родительский невроз: воспитание и выгорание».

Оҫталыҡ дәрестәре лә байтаҡ әҙерләнгәйне. Улар ҙа ҡыҙыҡлы темаларға: «Тиҙ уҡыу», «Каллиграфия», «Китап клубы», «Менталь арифметика».

Бөгөн иһә “Берлектәге йәкшәмбе” булды. Ул ата-әсәләр һәм балалар өсөн файҙалы эштәр көнө.

Форумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Минск, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙан килгән психологтар, белгестәр сығыш яһаны.

Әйткәндәй, халыҡ-ара сарала 100-ләп эксперт, 2000-дән ашыу ата-әсә һәм балалар ҡатнашты. Өҫтәүенә, тағы ла 5000-дән ашыу кеше онлайн ҡушылды.

Форумды ойоштороусылар: БР Фән һәм мәғариф министрлығы, Елена Сарганың Психология институты.

Фото: ilyanaumov.ru

Ата-әсәләр форумы үтте
Ата-әсәләр форумы үтте
Ата-әсәләр форумы үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас