

Баш ҡаланан мобилизация буйынса хеҙмәттә булыусы яугирҙарҙы 3 апрелдә ҙур шатлыҡ менән ҡаршылағайнылар. Унда БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов та, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев та булды. Һалдаттар Совет майҙанындағы Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалып, өйҙәренә таралышты. Ә улар ял итеп кенә ятмай, ә йәш быуын менән осрашыуҙар уҙғара.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар баш ҡаланың илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында эшләүсе клубтарында малайҙар һәм ҡыҙҙар менән осрашып, фронт юлы хаҡында бәйән итте. Осрашыуҙарҙы Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойошторҙо.
Фото: vk.com/ufa