

"Реконструкцияны быйыл тамамлайбыҙ. Бәләкәй тамашасылар яңы йыл байрамына арналған сараларҙы яңы театрҙа ҡарар тип күҙаллайбыҙ. Беҙ бинаның тәүге йөҙө элементтарын һаҡларға тырыштыҡ. Күп нәмә үҙгәрәсәк, әлбиттә. Бик матур фасады була, театр көмбәҙенә Ер шары макетын да ҡуясаҡбыҙ", - тип яҙған Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә.
Театр янындағы майҙан да яңыра. Унда ремонт 50 йыллап булмаған. Хәҙер иһә хатта асыҡ һауала музей ҙа буласаҡ - ЮНЕСКО исемлегенә ингән билдәле рәсәй биналарының 12 миниатюр макеты ҡуйыла.
Фото: vk.com (Радий Хабиров).