Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2023, 07:00

”Рәсәй почтаһы” шарап һата башлаясаҡ?!

Рәсәй Хөкүмәте тәжрибә үткәреп ҡарарға рөхсәт биргән. Депутаттар нимә тиер?

”Рәсәй почтаһы” шарап һата башлаясаҡ?!”Рәсәй почтаһы” шарап һата башлаясаҡ?!
”Рәсәй почтаһы” шарап һата башлаясаҡ?!

Тиҙҙән «Рәсәй почтаһы» сайтында шарапты онлайн һатыу ойошторолоуы ихтимал. Закон проекты әҙерләнгән, имеш.

Дөрөҫмөлөр-юҡмылыр (РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенә һылтанма яһала былай), документҡа ярашлы, дистанцион һатыу буйынса эксперимент быйыл 1 ноябрҙән башлана ла 2026 йылдың 31 июленәсә дауам итә. Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһына ебәреләсәк. Элегерәк тә “Рәсәй почтаһы” аша Мәскәүҙә шарап һатылыуы ихтималлығын яҙғайнылар.

Депутаттар был “тәжрибә”не хуплармы икән? Гәзит-журналға бөтөнләй һан бөтөүе лә мөмкин былай барһа...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас